Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡтар үҙгәрҙе
Башстат аналитиктары мәғлүмәте буйынса йомортҡа, банан, алма, тары ярмаһы, һыйыр һәм сусҡа ите, балалар өсөн йәшелсә һәм ит консервалары, ыҫланған колбаса һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бер аҙ төшкән. Аҙна эсендә уларҙың хаҡы 2,36 процентҡа тиклем кәмегән. Ә бына ҡыяр, кишер, һуған, сөгөлдөр, кәбеҫтә, эремсек, тауыҡ ите, ҡара сәй, сыр һәм башҡа аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән. Бер аҙнала хаҡтары 0,08-ҙән - 7 процентҡа тиклем артҡан. Һөт һәм икмәккә хаҡтар шул килеш ҡалған.